Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Август 2023, 17:00

"ҠӘЙНӘ ТЕЛЕ" ТУРАМАҺЫ

Бының өсөн кәрәк буласаҡ:

"ҠӘЙНӘ ТЕЛЕ" ТУРАМАҺЫ
"ҠӘЙНӘ ТЕЛЕ" ТУРАМАҺЫ

3 кг ташҡабаҡ (кабачки)
3 татлы борос
1 литр томат һуты
1 ҡуҙаҡлы борос (стручковый перец)
2 аш ҡалағы тоҙ
1 стакан (250 гр) шәкәр ҡомо
1 стакан үҫемлек майы
100 гр иҙелгән һарымһаҡ
60 гр 9% уксус 


Әҙерләү:
Һалмалап туралған боростарға томат һутын ҡойоп болғатырға, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәргә һәм ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, түңәрәкләп туралған ташҡабаҡтарҙы өҫтәйбеҙ. 15-20 минут самаһы бешерергә. Аҙаҡтан һарымһаҡ һәм уксус өҫтәйбеҙ. Банкаларға тултырғас, ҡапҡастарын ябырға.

3 килограмм ташҡабаҡҡа 1 литр һут етә, сөнки бешергәндә үҙенең һуты сыға.

 

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: