+17 °С
Болотло
Кәрәк буласаҡ: 3 килограмм помидор
1,5 килограмм татлы борос
1,5 килограмм баклажан
ярты стакан шәкәр ҡомо
2 аш ҡалағы тоҙ
ярты стакан көнбағыш майы
2 аш ҡалағы һеркә (уксус)
Помидорҙы иттартҡыс аша үткәрергә, ярты сәғәт утта ҡайнатырға. Массаға шәкәр ҡомо, тоҙ, көнбағыш майы ҡушырға ла, тағы 15 минут утта тоторға кәрәк. Һүндереп тороп, эрерәк итеп туралған борос һәм баклажанды ҡушып, тағы 30 минут бешерергә. Һуңынан 2 аш ҡалағы һеркә өҫтәргә, болгатырға һәм банкаға тултырырға.
Фото интернеттан.