ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Телде йоторлоҡ!

Бының өсөн "итле" помидорҙар кәрәк буласаҡ.

Телде йоторлоҡ!
Телде йоторлоҡ!

Уны телемләп турап, табаға теҙәбеҙ. Айырым һауытта ҡара борос, тоҙ һәм шәкәрҙе тигеҙ күләмдә алып, бергә бутайбыҙ һәм помидор телемдәре өҫтөнә мул итеп һибеп сығабыҙ. Помидорлы табаны 4-5 сәғәткә 125 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ.

Помидор мейестә ваҡытта һарымсаҡты һәм үҙегеҙгә оҡшаған аш тәмләткестәрҙе (мәҫәлән, базилик йә укроп) ваҡлайбыҙ. Өҫтөнә зәйтүн майы ҡоябыҙ, бутайбыҙ.

Помидорҙы мейестән алғас, ҙур булмаған банкаларға тултырабыҙ. Һәр ҡатлам помидор өстенә тәмләткесле зәйтүн майы ҡоябыҙ. Банкаларға тултырып бөткәс, май помидорҙы бер сантиметр ҡаплап торорға тейеш. Иң аҙаҡтан банкаға бер ҡалаҡ уксус өҫтәп була.

Был тәмлекәсте һыуыткыста һаҡларға кәрәк.

Ныыыҡ тәмле була. Яһап ҡарағыҙ әле.

 

Фото - интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: