+19 °С
Болотло
Кәрәк:
йәш ташҡабаҡ - 800 грамм;
ҡаты сыр - 100 грамм;
йомортҡа - 4;
20 процентлы ҡала ҡаймағы - 4 ҡалаҡ;
һарымһаҡ - бер тырнаҡ;
йәшел тәмләткес - 5 грамм:
тәменсә тоҙ, борос;
Йомортҡаларҙы туғып, ҡаймаҡ, тоҙ, борос, ваҡланған һарымһаҡ, йәшел тәмләткес ҡушып бутайбыҙ.
Май һөртөлгән табаға түңәрәкләп туралған ташҡабаҡты бер нисә ҡат итеп теҙәбеҙ һәм өҫтөнә соус ҡоябыҙ, помидор телемдәре теҙәбеҙ ҙә, ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ.
Запеканканы 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә өҫтө ҡыҙарғансы 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Тәмле булһын!
Фото интернеттан.