Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Август 2023, 16:47

Кеше күңеле – ҡара урман

Конфуций әйтеүенсә, кеше йөрәген аңлау Йыһан сер­­ҙәрен аңлауҙан да ауырыраҡ. Йыһандың эштәре, йәғни, уның яҙҙы һәм көҙҙө, йәйҙе һәм ҡышты булдыра икәне һәр кемгә асыҡ, ә бына кеше йөрәгендә ниндәй хис-тойғолар йә­шеренеүен аңлауы бик үк анһаттан түгел. Шуға ла Конфуций кеше өсөн туғыҙ һынау тәҡдим итә:

* тоғролоғон тикшереү өсөн кешене алыҫ юлға ебәрергә кәрәк;
* ихтирамлы булыуын тикшереү өсөн кешене алыҫ булмаған урынға ебәрергә кәрәк;
* Һәләтлеген тикшереү өсөн кешегә ауыр үтәлә торған эш ҡушырға кәрәк;
* отҡорлоғон тикшереү өсөн кешегә көтөлмәгән һорау бирергә кәрәк;
* ышанып буламы, юҡмы икәнен белеү өсөн кеше алдына тиҙ генә ҡарар ҡабул итә торған мәсьәлә ҡуйырға кәрәк;
* намыҫлылығын тикшереү өсөн кешегә байлыҡ ышанып тап­шырырға кәрәк;
* түҙемлеген тикшереү өсөн кешегә ниндәйҙер хәүеф тураһында хәбәр килтерергә кәрәк;
* ниндәй насар ғәҙәттәре барлығын белеү өсөн кешене иҫерткәнсе эсереүкәрәк;
* тотанаҡлыгын тикшереү өсөн кешене ҡатын-ҡыҙҙар араһында тоторға кәрәк.
Ошо туғыҙ һынауҙан һуң кеше тураһында бер фекер төйнәргә була ла инде...

Кеше күңеле – ҡара урман
Кеше күңеле – ҡара урман
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: