ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Арбуздан ҡайнатма

Рецебы ҡатмарлы түгел: 

Арбуздан ҡайнатма
Арбуздан ҡайнатма

1 кг арбуз, 1 кг шәкәр, 0,5 бал ҡалағы лимон кислотаһы, балҡалаҡ осонда ғына ванилин кәрәк.

Арбуздың орлоғон алып, шаҡмаклап турарға ла, шәкәр менән бутап, 10 минут ҡайнатырға һәм һүндерергә кәрәк. Һыуынғас, тағы ла 10 минут ҡайнатып алырға, һыуытырға. Тағы 10 минут ҡайнатаһың, унан һуң ярты бал ҡалағы лимон кислотаһы һәм балҡалаҡ осонда ванилин һалып, 5 минут ҡайнатҡас,ҡайнатманы стерилләштерелгән банкаларға ябып ҡуйырға.

Ҡайнатма ҡайнаған һайын ҡуйыра, шуға ҡабат-ҡабат ҡайнатыу кәрәк.

 

Рецепт https://mayakrbt.ru/

Фото - интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: