Шифалы эсемлек
3 аш ҡалағы алма һеркәһен 300 г һыуҙа йәки ниндәй ҙә емеш һутына ҡушып болғатырға кәрәк. Шуны көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан эсеп ҡуйығыҙ.
Быуын ауыртҡанда
Вaнна өсөн: 1 стакан алма һеркәһен 6 стакан һыуға һалып, ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы шунда сылатып алырға. Әгәр муйын, елкә тирәһендә ауыртыуҙар борсой икән, ул ваҡытта ауыртҡан урынға компресс ҡуйығыҙ.
Ыуыныу өсөн: 2 стакан алма һеркәһенә 1 аш ҡалағы зәйтүн майы һалып, яҡшы итеп болғатырға кәрәк. Шуның менән ауыртҡан урындарҙы ыуығыҙ. Даими ҡулланһағыҙ, рәхәт еңеллек тойорһоғоҙ.