ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәт шифаханаһы

Витаминлы ҡушылмалар. Сәтләүектән, кипкән емештәрҙән, балдан бутап эшләнгән ҡушылмалар тәмле һәм туҡлыҡлы ғына түгел, бик файҙалы ла. Уларҙы эшләү өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Блендерға 250 г сәскә балы һалырға, 180 г күрәгә һәм ҡара емеш, 150 г әстрхан сәтләүеге ҡушып иҙергә. Тәүлегенә ике тапҡыр берәр аш ҡалағы ҡабул итергә. Шулай уҡ 100 г ҡабаҡ емешен, арахис, кешью, фундук, әстрхан сәтләүеген онтап, бал ҡушып ашарға була. Көндәлек норма — бер ҡалаҡ.

Имбирь сәйе.
Имбирь - иң билдәле тәбиғи дауаларҙың береһе. Ул сирҙәргә ҡаршы тороусанлыҡты арттыра, ҡан әйләнешен яҡшырта, күңелде тынысландыра. Имбирь сәйе түбәндәгесә әҙерләнә: 2 литр ҡайнатылған һыуға самалап, тышын әрсеп, ваҡлап туралған имбирь тамыры һалырға, лимон киҫәге һәм бер аҙ бал ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр аш алдынан берәр стакан эсергә.
Йүтәл йонсотҡанда. Һыуыҡ алдырып, йүтәл теңкәгә тейгәндә, әстрхан сәтләүеге шифалы. Көнөнә бер тапҡыр ас ҡарынға 5 әстрхан сәтләүеге ашарға һәм аҙағынан йылы һөт эсергә. Дауаланыу курсы — 45 көн. һәр 15-се кон — бер аҙнаға тәнәфес.
Үлән төнәтмәһен дә ҡулланырға була. Бер еҙ төймә (пижма) сәскәһе — тулы тажы менән, ике-өс үгәй инә үләне япрағы, меңьяпраҡ, һары мәтрүшкә алырға һәм 20 мл һыу ҡойоп, ике-өс минут ҡайнатырға. Был төнәтмәне көнөнә дүрт-биш тапҡыр йылы килеш яртышар стакан эсергә.

Тәбиғәт шифаханаһы
Тәбиғәт шифаханаһы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: