Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Биҙәүестәрҙе таҙарта беләһегеҙме?

√ Алтын биҙәүестәрҙе һабынлы һыуҙа тотоп, һаҡ ҡына теш щеткаһы менән таҙартырға кәрәк. Сылбырҙы иһә шешәлә йыуығыҙ ҙа һуңынан таҫтамал менән киптерегеҙ. Бигерәк тә йөҙөктәрҙең ташы аҫтына бысраҡ йыйыла. Шырпы башына мамыҡ урап, одеколонға манырға һәм ипләп кенә ташты таҙартырға кәрәк. Һуңынан фланель йәки замша киҫәге менән ялтыратығыҙ.√ Көмөш һәм мельхиор әйберҙәрҙе һабынлы һыуҙа йыуып, буҫтау менән ялтыратығыҙ. Бик ныҡ ҡарайған биҙәүестәрҙе, аш содаһы менән таҙартҡандан һуң, йыуып төшөрөгөҙ. Шулай уҡ теш порошогы менән ялтыратырға мөмкин.√ Гәрәбә һәм фил һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса һабынлы йылымыс һыуҙа йыуырға була.√ Ағас биҙәүестәрҙе йыумайҙар, фланель киҫәге менән генә һөртәләр. Бер ваҡытта ла биҙәнеү әйберҙәренә майлы ҡул менән тотонмағыҙ: уларҙа тan ҡаласаҡ.√ Тәбиғи һәм яһалма ынйынан эшләнгән әйберҙәрҙе сыйғыланыуҙан һаҡлағыҙ, йомшаҡ сепрәккә урап, башҡа биҙәүестерегеҙҙән айырым һалығыҙ.

Биҙәүестәрҙе таҙарта беләһегеҙме?
Биҙәүестәрҙе таҙарта беләһегеҙме?

√ Алтын биҙәүестәрҙе һабынлы һыуҙа тотоп, һаҡ ҡына теш щеткаһы менән таҙартырға кәрәк. Сылбырҙы иһә шешәлә йыуығыҙ ҙа һуңынан таҫтамал менән киптерегеҙ. Бигерәк тә йөҙөктәрҙең ташы аҫтына бысраҡ йыйыла. Шырпы башына мамыҡ урап, одеколонға манырға һәм ипләп кенә ташты таҙартырға кәрәк. Һуңынан фланель йәки замша киҫәге менән ялтыратығыҙ.
√ Көмөш һәм мельхиор әйберҙәрҙе һабынлы һыуҙа йыуып, буҫтау менән ялтыратығыҙ. Бик ныҡ ҡарайған биҙәүестәрҙе, аш содаһы менән таҙартҡандан һуң, йыуып төшөрөгөҙ. Шулай уҡ теш порошогы менән ялтыратырға мөмкин.
√ Гәрәбә һәм фил һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса һабынлы йылымыс һыуҙа йыуырға була.
√ Ағас биҙәүестәрҙе йыумайҙар, фланель киҫәге менән генә һөртәләр. Бер ваҡытта ла биҙәнеү әйберҙәренә майлы ҡул менән тотонмағыҙ: уларҙа тan ҡаласаҡ.
√ Тәбиғи һәм яһалма ынйынан эшләнгән әйберҙәрҙе сыйғыланыуҙан һаҡлағыҙ, йомшаҡ сепрәккә урап, башҡа биҙәүестерегеҙҙән айырым һалығыҙ.

Биҙәүестәрҙе таҙарта беләһегеҙме?
Биҙәүестәрҙе таҙарта беләһегеҙме?
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: