Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Сентябрь 2023, 16:13

Һөт кенә тимә...

* Һыйыр еленендә 11-ҙән - 23 литрға тиклем һөт була.* Кәзә һөтө фета, каприно һәм рокамадур кеүек сортлы сырҙарҙы етештереү өсөн йышыраҡ ҡулланыла.

Һөт кенә тимә...
Һөт кенә тимә...

* Һыйыр еленендә 11-ҙән - 23 литрға тиклем һөт була.
* Кәзә һөтө фета, каприно һәм рокамадур кеүек сортлы сырҙарҙы етештереү өсөн йышыраҡ ҡулланыла.
* Францияла ғына түгел, борон илебеҙҙә лә һөт әсемәһен өсөн көршәктәргә тере баҡа төшөрөлгән.
* Һөт 85-95 процент һыуҙан тора. Ҡалған өлөшө - витаминдар, аҡһым, май һәм углеводтар. Ләкин ошо ғына өлөш файҙалы матдәләр ҙә һөттә һәйбәт комплекс барлыҡҡа килтереп, уны бик файҙалы эсемлеккә әйләндерә.
* Дөйә һөтө әсемәй. Был хайуандың һөтөндә С витамины күп, шуға ла уны һыйыр һөтөнә аллергия булған кешеләр ҙә рәхәтләнеп эсә.
* Кеше организмы һөттө махсус фермент ярҙамында ғына үҙләштерә. Тәүҙә был фермент сабыйҙарҙа ғына булған, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙә «дефект» булып, ғүмере буйы ла ошо ферментты йөрөтә башлаған. Тора-бара организмы һыйыр һөтөн үҙләштерә алған кешеләр артҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ - Америка, Австралия һәм Көнсығыш Африка аборигендарында, ҡытайҙарҙа, Себерҙең аҫаба халҡында был ген һаман барлыҡҡа килмәгән тип әйтерлек.
* Ҡытайҙарҙың буйға бәләкәй булыуында тап һөттө аҙ әсеү сәбәпсе тип билдәләнә, шуға ла улар был кәмселектәрен бөтөрөү өсөн һөт менән дуҫлашырға тырыша. Әммә өйрәнеп кенә китә алмайҙар.

Һөт кенә тимә...
Һөт кенә тимә...
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: