ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡомалаҡтан сүпрә киптергәнегеҙ бармы?

Курсташымдың ҡомалаҡтан күпереп бешергән икмәк фотоһын күреп, хәтирәләрем бала саҡ йылдарына алып ҡайтты. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫкәнгә, әсәйем мейес тултырып икмәк бешерә ине. 5-6 буханка икмәк аҙнаға етә, бер ҙә иҫкермәй торғайны. Тәме яғынан да хәҙерге заман магазин икмәге менән сағыштырырлыҡ түгел. Егәрле хужабикә ҡышҡылыҡҡа ҡомалаҡтан сөпрәне киптереп әҙерләп ҡуя икән, рецебын һеҙҙең менән бүлешергә булдыҡ.

Ҡомалаҡтан сүпрә киптергәнегеҙ бармы?
Ҡомалаҡтан сүпрә киптергәнегеҙ бармы?

Бер-ике ус ҡомалаҡты 3-4 литр һыуға һалып, бер сәғәт ҡайнатып, һөҙөп алырға.  Таҙа ғына кәбәкте, йәки арыш онон шул эҫе һыуға һалып,  миксер менән болғатаһың, ҡуйыраҡ булһа ла зарары юҡ. Ҡапҡасын ябып, һыуытырға ултыртырға.  Әҙерәк йылымыс хәлгә килгәс, әҙер әсеткене (башты) бер-ике ҡалаҡ һалып, йылы урынға ҡуйырға. Һөҙөмтәлә шыйыҡ әсетке килеп сыға.  Ул ярты көн эсендә  бызырлап әсеп сыҡҡас, шуның өҫтөнә күберәк кәбәк һалып, ҡатыраҡ итеп ҡамыр баҫырға кәрәк. Баҫҡандан һуң ҡабаттан ултыртып ҡуйырға. Масса кәбәккә һеңеп, әсеп  ҡалҡып китергә тейеш. Шунан һуң ғына йәйеп киҫкеләп һалырға, кемдер ҡулда әүәләп, әйләндереп-тулғандырып киптерергә. Ҡышҡылыҡҡа ҡомалаҡ әсеткеһе әҙер. Икмәк бешерер алдынан ебетергә онотмағыҙ! Икмәгегеҙ тәмле булһын!

Фото интернеттан.

Ҡомалаҡтан сүпрә киптергәнегеҙ бармы?
Ҡомалаҡтан сүпрә киптергәнегеҙ бармы?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: