Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Раузаны ҡышҡа әҙерләйбеҙ

Кәңәштәр:

Раузаны ҡышҡа әҙерләйбеҙ
Раузаны ҡышҡа әҙерләйбеҙ
  1. Сентябрҙә рауза ҡыуағын азотлы ашлама менән ашлауҙы туктатырға кәрәк, сөнки көҙөн улар калийлы һәм фосфорлы туҡландырыуға мохтаж. Был ашламалар үҫемлектең тамыр системаһын нығытасаҡ. Раузаның ҡышҡа әҙерме-юҡмы икәнен ботаҡтарына ҡарап белеп була. Әгәр улар ҡыҙғылт икән, тимәк үҫемлектә әле актив үҫеш бара.

    2. Һыу һибеүҙе кәметергә кәрәк. Йәй сәскәгә һыуҙы даими һибеү талап ителһә, көҙөн бындай талап юҡ. Дым артыҡ күп булһа, ҡыуаҡ хәлһеҙләнә һәм ҡыш сыға алмаясаҡ.

    3. Сентябрь айында йәш ботаҡтар үҫеүҙән туҡтаһын өсөн остарын киҫергә онотмағыҙ.

    4. Көҙ етеү менән ҡыуаҡтың төбөн йомшартыуҙы туҡтатырға кәңәш ителә. Был «йоҡлаған», йәғни, ҡышҡа әҙерләнгән бөрөләрҙе уятырға мөмкин. Һөҙөмтәлә, рауза һалҡын миҙгелгә тиҙ бирешәсәк.

    5. Сентябрь тыуыу менән иртән һыуыта башлай. Шул ваҡытта рауза ҡыуағын киҫә башлағыҙ. Башта сәскә бөрөләрен, йәш ботаҡтарҙы алып ташларға кәрәк булыр. Октябрь аҙағы, ноябрь башында ҡалған япраҡтарын ҡойоп төшөрөп, яндырырға кәңәш ителә. Был бәшмәк ауырыуын киҫәтеү өсөн файҙалы ысул һанала. Рауза төбөндә ҡалған япраҡтарҙың сереп, үҫемлеккә зыян килтереү ҡурҡынысы тыуҙыра.

    6. Япраҡһыҙ ҡыуаҡты тимер купоросы менән эшкәртегеҙ. Бының өсөн фунгицид та ярай. Тимер купоросы 10 литр һыуға 300 грамм иҫәбенән һалына.

    7. Әгәр дә рауза үрмәләп үҫә торған икән, уның ботаҡтарын ергә бөгөп һалырға кәрәк. Әгәр улар ҡаты булһа, һынмаһын өсөн яйлап, бер нисә көн дауамында бөгөгөҙ.
    8. Рауза -10 градусҡа тиклем һалҡынды яҡшы кисерә. Уны иртә ябырға ашыҡмағыҙ, ноябрь аҙағында ғына ҡапларға мөмкин. Иң мөһиме - ҡыуаҡты ҡар төшкәнсе ябып өлгөрөү.

    9. Ҡыуаҡ менән уны япҡан әйбер араһында һауа йөрөһөн өсөн дуғалар ҡуйырға онотмағыҙ. Һауаһыҙ ерҙә рауза серей башлаясаҡ. Әгәр ҙә ҡыш йылы килеп, ҡарлы-ямғырҙар йыш яуһа, уны асып елләтергә кәрәк.

    10. Ҡышка сәскә ҡыуағын ҡалын спанбонд менән ҡаплау һәйбәт. Япҡан материалдың киңлеге 0,5 метрҙан да кәм булмаһын. Шыршы ботаҡтары ла ярай. Өҫтөнә һыу үткәрмәгән материал ябабыҙ, тик полиэтилен ҡулланмағыҙ. Алдан әйтелгәнсә, ҡыуаҡ эсендә һауа йөрөп торһон.
    11. Ҡар яуғас, рауза сәскәгеҙҙең өҫтөнә ҡар өйөргә онотмағыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: