Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Киптерелгән алма

Алманың мул осоронда күптәр уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икән бит. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма - витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. 

Киптерелгән алма
Киптерелгән алма

Бөгөн күптәр алманың мул осоронда уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма - витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин.
Алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта. Ә бына шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар.
Табип менән кәңәшләшеү мөһим.

Киптерелгән алма
Киптерелгән алма
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: