Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Күңелең быға ҡаршы килә, ә телең әйтергә мәжбүр... 

Ниндәй аҙымдарыбыҙ, ҡайһы ғәмәлдәребеҙ беҙҙең энергияны ала? Нимәләр беҙҙе көсһөҙ итә? Бына улар:

Күңелең быға ҡаршы килә, ә телең әйтергә мәжбүр...
Күңелең быға ҡаршы килә, ә телең әйтергә мәжбүр... 

1. Тамамланмаған, аҙағынаса еткерелмәгән эштәр.Ниндәйҙер эшкә тотоноп, уны эшләп бөтмәйенсә, ярты юлда ҡалдыраһың икән - матди сығымдар ғына юғалтмайһың. Компьютерҙа ябылмай ҡалған бит шикелле, аҙағына нөктә ҡуйылмаған  эш тә психикала «эленеп» ҡала һәм бер туҡтауһыҙ иғтибарҙы, көстө алып тора. 
Вәғәҙә биреп тә уны үтәмәү, бурысҡа алыу, эште башлау һәм ташлау, үҙ өстөңә самаһыҙ күп йөк өйөү кеүек күренештәр тап шулар иҫәбендә.

2. Башҡаларҙы һәм үҙ-үҙеңде алдау. 
Ялғанларға тура килгәндә, кеше әллә күпме көс түгә. Ниҙер уйлап сығарырга һәм уға үҙең дә ышанырға кәрәк бит әле башта! Күңелең быға ҡаршы килә, ә телең әйтергә мәжбүр... 
Шуға күрә лә, үҙ-үҙеңде алдауҙан, булғаныңдан яҡшыраҡ  күренергә тырышыуҙан ҡотолорға кәрәк.

3. Үпкәләү, үҙ-үҙеңә бикләнеү һәм үҙеңде сикләүҙәр.
Әҙәм балаһы – энергетик яҡтан һәр ваҡыт асыҡ система ул. Әгәр уға ниндәйҙер сикләүҙәр ҡуйып, башҡаларҙан айырып тотһаң, ул бик тиҙ бирешәсәк.
Бындай кире күренеш туғанлыҡ ептәренән баш тартҡанда, нәҫел-нәсәбеңде, тамырҙарыңды белмәгәндә, тыуған яғыңды, Ватаныңды  күңелеңдә йөрөтмәгәндә, кешеләргә, тормошҡа үпкәләгәндә барлыҡҡа килә. Йәмғиәттән айырылһа, берәү менән дә элемтәһе булмаһа, кеше көсһөҙләнә. Хоҙайҙан айырылыу ҙа энергияны юғалтыуға килтерә. 

4.  Ҡурҡыу, ышанмау, юҡҡа дошманлашыу.
Ҡурҡыу һәм ышанмау – үпкәләү кеүек үк. Энергетик ресурс бер кәрәкмәгәнгә исраф ителеү өҫтөнә, организм теләһә ҡайһы минутта көрәшкә ташланырға йәки ҡасырға әҙер булып тора. Бындай торош  кешенең байтаҡ көсөн ала.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: