Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ӨЙӨҢДӘ КЕШЕ БУЛҒАНДА БЕСӘЙЕҢДЕ ЛӘ ӘРЛӘМӘ...

Әсәйем әйткән бер аҡыл ул: “Кеше булғанда бесәйегеҙҙе лә әрләмәгеҙ". 

ӨЙӨҢДӘ КЕШЕ БУЛҒАНДА БЕСӘЙЕҢДЕ ЛӘ ӘРЛӘМӘ...
ӨЙӨҢДӘ КЕШЕ БУЛҒАНДА БЕСӘЙЕҢДЕ ЛӘ ӘРЛӘМӘ...

Өфөлә йәшәгән курсташым тыуған яғына ҡайтҡанда ла, кире киткәндә лә миңә һуғылып йөрөй. Алдан әйтеп ҡуйһа, мунсаһын яғып, шатланып йөрөп, өҫтәл әҙерләп ҡуям. Йәшлектәге, бала саҡтағы дуҫтар менән тығыҙ аралашыу көс, энергия бирә тигәнде белгәс, үҙемдең класташтарым, һабаҡташтарым менән тағы ла күберәк күрешергә тырышам.

Ә был әхирәтемдә үҙем бер ҙә булғаным юҡ ине. Күптән түгел Өфөнө барып күреү теләге тыуҙы. Миңә һуғылған һайын, кил дә кил тип өҙгөләнгән курсташыма шылтыраттым.

Бик йылы ҡаршы алды ул. Иркен, матур йәшәй. Барған көндө үк йәшлек эҙҙәребеҙҙе һаҡлаған урамдарҙан үттек, театрға барҙыҡ. Тик икенсе көнөнә ни эшләптер иртән иртүк кәйефе булманы. Йә ирен, йә ҡунаҡҡа килгән ейәнсәрен шелтәләп шелтәләй. Улары йомош табып, кейенеп урамға сығып китте. Әхирәтем хәҙер тик ятҡан бесәйен әрләй башланы. Тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә, аяғы менән этеп, диванға менһә, һуғып төшөрә.

Шул саҡ әсәйем әйткән бер аҡыл иҫкә төштө. “Кеше булғанда бесәйегеҙҙе лә әрләмәгеҙ. Ҡунағынан ялҡҡан хужа бесәйен әрләй”,- ти торғайны. Тағы бер кис ҡунырға уйлаған мин тиҙ генә такси таптым да ҡайттым да киттем.

Бына шулай, дуҫтар. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгән. Кеше булғанда үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ.

Гүзәл ЗАКИРОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: