Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын

Ғаилә - үҙенең ҡануны, бурысы, традицияһы һәм хоҡуҡтары булған бәләкәй генә дәүләт ул. Мөнәсәбәттәр ни тиклем ышаныслы, йылы, яҡшы булһа, төҙөгән дәүләтегеҙ ҙә ныҡ һәм көслө булыр. Бының өсөн күп кәрәкмәй, ни бары бер-береңде аңлау, ярҙам итеү, кәрәк саҡта терәк булыу, иңеңде ҡуйыу мөһим. Түбәндәге мәҡәл-әйтемдәрҙән, философтарҙың, аҡыл эйәләренең  әйткән һүҙҙәренән фәһем алығыҙ.

Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын
Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын

Ир килтерә белһен, ҡатын еткерә белһен.

 

Ҡатынының теле уҙһа, иренең ҡулы уҙа.

 

Улың етһә, ҡыҙы яҡшы менән дуҫ бул,

Ҡыҙың етһә, улы яҡшы менән дуҫ бул.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 

Һәр кеше берәүҙе генә бәхетле итһә лә, ер йөҙөндәге бөтә кеше лә бәхетле булыр ине.

(Юрий Никулин).

 

Ауырыһағыҙ врач саҡыртығыҙ. Шулай уҡ һеҙҙе яратҡандарҙы саҡырырға онотмағыҙ, сөнки был донъяла һөйөү, яратыу тойғоһонан да көслөрәк дарыу юҡ.

(Ошо).

 

Уянған саҡта һәм йоҡларға ятҡас уйлаған кешең - һинең бәхетең һәм шул уҡ ваҡытта һыҙланыуҙарың да.

(Эрих Мария Ремарк).

 

Яҡын кешеләрегеҙгә йышыраҡ барығыҙ: һирәк йөрөгән юл-һуҡмаҡты сүп үләне баҫыуы ихтимал.

(Руми).

 

Был тормошта иң ҙур кинәнес, бәхет, шатлыҡ хисе үҙеңде кемгәлер кәрәк һәм яҡын булыуыңды тойоуҙан килә.

(Максим Горький).

 

Бүлешә торған әйберең булмаған туғандарың һәм дуҫтарың иң яҡыны булыр. (Алехан Миталиер).

 

 

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: