Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ырым-ышаныуҙар тормоштан алынған бит

Көндәлек  ырым-ышаныуҙар бар. Заман үҙгәреү менән улар ҙа юҡҡа сыға бара. Әммә өлкән йәштәгеләр уларҙы үтәй әле. Тубәндәгеләргә нимә өҫтәр инегеҙ?

✅Аҡты( һөттө) көн байығас кешегә бирмә - һыйырыңа зыян килер.
Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмәйҙәр - бәрәкәте китә.
Ҡул арты ауыр кешегә мал, йә ҡош-ҡорт һатмайҙар, бирһәң уңмай, ҡото китә.
Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.
Эңерҙә, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп-сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә.
✅Сәфәргә киткән кеше күрешмәйенсә китһә - тиҙ әйләнеп ҡайтып күрешеүгә, ти.
Юлға сығыусы өйҙә үҙенең һынығын ҡалдырһа - тиҙ әйләнеп ҡайта.
Сәфәргә китеүсенең артынан уҡ иҙән һеперергә ярамай.
Юлға сығыр алдынан күнәктәргә мөлдөрәмә итеп һыу тултырып ҡуйһаң - юлың уңа.
✅Алъяпҡысҡа битеңде, ҡулыңды һөртһәң, һүҙ ишетерһең.
Өҫтәл артына ултырғас, һәр ваҡыт беренсе булып ҡулға икмәк алып, ике ҡуллап тотоп бүлергә, сөнки бер ҡуллап бүлһәң, фәрештәнең ҡанатын айырып алған кеүек булыр, йә иһә үҙеңә һалынған өлөшөңдө ҡалдырма, бәхетеңде ҡалдыраһың, тиҙәр.
Өҫтәлдең мөйөшөнә ултырырға ла ярамай, ул фәрештәләр урыны, ашап туйғандан һуң, өҫтәлде таҙартып, ҡалған ризыҡты ҡаплап китергә кәрәк, сөнки һөртөлмәй ҡалған өҫтәлгә фәрештәләр ҙең ҡанаттары йәбешер, ти.
✅Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.
Төш күрһәң изгегә юрарға кәрәк. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң- шулайға китә, ти халыҡ аҡылы. Уны сит кешегә лә һөйләргә ярамай.
✅Кеше күңеленә бәйле тыйыуҙар:
Ватыҡ, сатнаған  көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр.
Нахаҡҡа ҡарғама - үҙеңә төшөр.
Кешегә ҡаты бәрелмә, күңелен рәнйетеп ҡуйыуың бар. Рәнйеш ҡарғыштан да яман.
Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, нимәгә аптырайһың - шул алдыңа килә.

("Тамаша" журналы) ✅

Ырым-ышаныуҙар тормоштан алынған бит
Ырым-ышаныуҙар тормоштан алынған бит
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: