Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

КҮҢЕЛ ҺАНДЫҒЫМДА ШУНДАЙ СЕР БАР...

Күңелде ишетеүҙең ике ысулы менән уртаҡлашмаҡсымын. 

КҮҢЕЛ ҺАНДЫҒЫМДА ШУНДАЙ СЕР БАР...
КҮҢЕЛ ҺАНДЫҒЫМДА ШУНДАЙ СЕР БАР...

Бер үҙегеҙ йөрөгөҙ
Тап яңғыҙ ваҡытта кеше үҙ уйы, фекере, теләге менән ҡала. Шылтыратып йөҙәтмәһендәр өсөн телефонығыҙҙы өйҙә ҡалдырығыҙ. Яҡты хәтирәләр һаҡлаған урындарҙан үтергә тырышығыҙ. Ҡасандыр яҡын кешегеҙ менән йөрөгән, беренсе тапҡыр осрашҡан иҫтәлекле мәлдәрҙе һаҡлаған ергә барығыҙ. Урманда йөрөгөҙ, тап урманда тәбиғәт менән икәүҙән-икәү ҡалырға мөмкин.
Эргә-тирәлә йылға, шишмә йәки быуа булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Урманда йөрөгәндә үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап тиҙ табыла. Күңел тыныслыҡ ярата, шуға күрә уға тыныс мәлдәрҙе күберәк бүләк итегеҙ һәм ул һеҙҙе борсоған күп һорауға яуап табырға ярҙам итер.

Кеше фекеренән ҡурҡып йәшәмәгеҙ
Ҡайһы берҙә аҡыллы кешенең кәңәшен ишетке килә. Әммә эргә-тирәләгеләр үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, йыш ҡына фекерен тағырға тырыша. Бигерәк тә яҡындарыбыҙ.
Күптәрегеҙгә таныштыр, мәҫәлән, һеҙ рәссам булырға теләйһегеҙ, ә ата-әсәйегеҙ юрист һөнәрен һайларға ҡуша. Үҙ эшегеҙҙе асырға теләүегеҙҙе әйтһәгеҙ, пенсия алыр өсөн стаж йыйырға кәрәклеген иҫкә төшөрәләр. Быларҙың барыһы ла һеҙҙе барыр юлығыҙҙан туҡтата. Һөҙөмтәлә һуңынан олоғайған көнөгөҙҙә үҙ эшегеҙҙе асып ҡарамағанығыҙ өсөн үкенәсәкһегеҙ.
Шуны онотмағыҙ: һеҙгә нисек яҡшы булғанын һеҙҙән башҡа бер кем дә белмәй. Шуға күрә күңелегеҙ саҡырған ергә барығыҙ, ә башҡалар әйткән ергә түгел!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: