Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Аҡыллы фекерҙәр

Ҡояш хаҡлыларҙы ла, хаҡһыҙҙарҙы ла белмәй. Ҡояш кемделер йылытам тип балҡымай. Үҙен тапҡан кеше ҡояшҡа тиң.

Ошоларҙы уҡып сыҡ та, хәтер һандығыңда һаҡла. Файҙаһы тейер!
1. Киткән кешене тотҡарлама, килеүсене ҡыума.
2. Түшәктә ятҡан килеш бер кем дә абынып йығылмай.
3. Тиҙ – тимәк, яй, әммә тәнәфесһеҙ.
4. Иҫәүәндәргә һәм аңһыҙҙарға юл бир.
5. Яман бәндәнең дуҫы булыуҙан яҡшы кешенең дошманы булыуың артыҡ.
6. Бөйөктәр ҙә ябай кешеләрҙән тыуа.
7. Юғарыға күтәрелергә бик ныҡ теләгән кеше баҫҡыс уйлап табасаҡ.
8. Ир менән ҡатын ҡул менән күҙ һымаҡ булырға тейеш: ҡул ауыртҡан саҡта – күҙҙәр илай, илағанда – ҡул күҙҙең йәштәрен һөртә. 
10. Алыҫ юл да яҡындағыһынан башлана.
11. Ҡылыс ғүмереңдә бер тапҡыр ғына кәрәкһә лә, уны һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөү яҡшы.
12. Матур сәскәләр ҙә яҡшы емеш бирмәҫкә мөмкин.
13. Ҡайғыны, йыртыҡ күлдәк кеүек, өйҙә ҡалдырырға кәрәк.
14. Мөхәббәт бар саҡта сәсәктән яралған йәрәхәт тә яңаҡтағы соҡорҙар кеүек матур.
15. Бер изге һүҙ өс ҡышҡы айҙы йылыта ала.
16. Мәсьәләне хәл итергә мөмкин булһа - хафаланыу кәрәкмәй, хәл итеп булмаһа - хафаланыуҙан файҙа юҡ.
17. Ботаҡ һүрәте төшөргәндә, ел тынын ишетергә кәрәк.
18. Кемдәлер шикләнерҙән алда, ете тапҡыр тикшереп ҡара.
19. Булдыра алғаныңды эшлә лә, ҡалғанын яҙмышҡа тапшыр.
20. Артыҡ дөрөҫлөк ахмаҡлыҡ менән сиктәш.
21. Көлөү тауышы ишетелгән йортҡа бәхет килә.
22. Япраҡтың - батыуы, таштың ағыуы мөмкин.
23. Йылмайған йөҙгә уҡ атмайҙар.
24. Һалҡын сәй менән һалҡын дөгөгә түҙергә була, әммә һалҡын ҡараш менән һалҡын һүҙгә түҙеп булмай.
25. Уйлағас – ҡарар ҡабул ит, ҡарар ҡабул иткәс – уйлама.
26. Белмәгәнде һорағанда бер минутҡа ғына оят, белмәгәндә – ғүмерлеккә.
27. Камил көршәк алама оҫтаның ҡулынан яһалмай.
28. Әҙ генә бөгөлөүҙән ҡурҡма, нығыраҡ турайырһың.
29. Тәрән йылғалар тын аға.
30. Үҙ теләгең менән юлға сыҡһаң, меңәр саҡрымдар ҙа тәүгеһе һымаҡ тойолор.
"Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә"
төркөмөнән

Аҡыллы фекерҙәр
Аҡыллы фекерҙәр
Автор:
Читайте нас: