Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

КҮҢЕЛ БӨТӨНЛӨГӨНӘ НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ?

Көн һайын йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Йөрөгәндә йылмайығыҙ.

КҮҢЕЛ БӨТӨНЛӨГӨНӘ НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ?
КҮҢЕЛ БӨТӨНЛӨГӨНӘ НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ?

Көнөнә кәмендә 10 минут тынлыҡта булығыҙ.

Кәмендә 7 сәғәт йоҡлағыҙ.

Уйнағыҙ, китап уҡығыҙ, доға ҡылығыҙ. Доға белмәһәгеҙ, йога менән шөғөлләнегеҙ, медитация эшләгеҙ.

70 йәштән өлкән һәм 6 йәштән кесерәк балалар менән аралашығыҙ.

Хыялға бирелегеҙ.

Фабрикаларҙа етештерелгән аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда ағаста, ҡыуаҡта, ерҙә үҫкәненән өҫтөнлөк бирегеҙ. Һыу күберәк эсегеҙ.

Көнөнә кәмендә өс кешене йылмайырға мәжбүр итегеҙ.

Ваҡытығыҙҙы кеше һөйләп, юҡ-бар тураһында һөйләшеп үткәрмәгеҙ.

Үткәндәге проблемаларҙы иҫкә төшөрмәгеҙ. Элекке бәхәстәр тураһында туғандарығыҙ менән һөйләшмәгеҙ. Бөгөнгө менән йәшәгеҙ.

Башығыҙҙағы кире уйҙарҙан ҡотолоғоҙ.

Ғәфү итегеҙ. Ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, уны дошманлыҡ, үс алыу теләге менән үткәрмәгеҙ.

Тормошоғоҙҙо башҡаларҙыҡы менән сағыштырмағыҙ.

Бөтә яҡшы нәмә алда тип йәшәгеҙ.



Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: