Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ТОРМОШТА КӘРӘКЛЕ КӘҢӘШТӘР

-Кеше алдында иларға теләмәһәгеҙ, телегеҙҙе аңҡауға терәгеҙ.

ТОРМОШТА КӘРӘКЛЕ КӘҢӘШТӘР
ТОРМОШТА КӘРӘКЛЕ КӘҢӘШТӘР

-Кәйефегеҙ булмаһа, бер минут йылмайығыҙ. Был ысул бәхет гормоны барлыҡҡа килеү процесын тиҙләтә. Яратҡан музыка тыңлау ҙа кәйефте күтәрә.

-Иртән уянғанда нисек ятыуығыҙҙы иҫтә ҡалдырығыҙ. Иң уңайлы позаны белһәгеҙ, кисен тиҙерәк йоҡларға ярҙам итер.

-Яратҡанығыҙ физик ауыртыуҙы, стресты еңелерәк үткәреүен теләһәгеҙ, уның янында булығыҙ, ҡулын тотоғоҙ.

-Сәй йәки кофе тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, бокалға һыуҙы өҫтәнерәк ҡойоғоҙ – эсемлектә кислород күбәйер.

-Яңы аяҡ кейеме ҡыҫһа, одеколонлы мамыҡ менән аяҡ кейеменең эсен һөртөгөҙ һәм өйҙә кейеп йөрөгөҙ, күн йомшарып китер.

-Һәм һуңғыһы- ғүмер бер генә, шуға күрә һеҙҙе нимә бәхетле итә – шуны эшләгеҙ, кемде күрһәгеҙ йылмаяһығыҙ – йышыраҡ уның янында булығыҙ!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: