Конгэк
+22 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ

ИР ӘҘӘБЕ

Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ
Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ


🔸 Ҡатынығыҙҙың ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡлы ваҡытында ла гел янында булығыҙ, уны ихлас күңелдән яратығыҙ.

🔸 Хәләл ефетегеҙҙе төрлө зиннәт менән биҙәргә ынтылмағыҙ, ә изге, мәрхәмәтле күңелен ҡатырмай һаҡлағыҙ. Шул саҡта йортоғоҙҙа ырыҫ-бәрәкәт булыр.

🔸Ҡатынығыҙға донъя һәм дин ҡанундарын өйрәтегеҙ. Тура юлдан йөрөүенә һәр ваҡыт булышлыҡ ҡылығыҙ. Аң-зиһенен яҡты, рухын сәләмәт тотоу өсөн тырышығыҙ.

🔸 Гелән шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө булығыҙ. Ҡатынығыҙҙың ихлас мөхәббәтенә хыянат итмәгеҙ. Үҙегеҙгә булған хөрмәтен юҡҡа сығармағыҙ.

🔸 Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ. Золом ҡылмағыҙ, ҡул күтәрмәгеҙ.

🔸 Һәр ваҡыт сабыр, миһырбанлы булығыҙ. Ҡатынығыҙҙы асыу һәм көс менән түгел, шәфҡәтлелек менән еңегеҙ.

🔸 Бәғзе ҡатындарҙың алдаҡсы, хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирендәлер. Шуға иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, ошо өлгөлә ғаилә ағзаларын тәрбиәләгеҙ. Ир һәйбәт икән – ҡатын яҡшы.

Ризаитдин Фәхретдиндең нәсихәттәренән.

ҺАУЛЫҒЫМ - БАЙЛЫҒЫМ.Йән. Тән. Әҙәп. Аҡыл. Иман ТӨРКӨМӨНӘН.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: