Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Тупрағында бактериялар, бәшмәк сире булмаһын өсөн теплицаны нисек эшкәртергә?

Башта үткән йылдан ҡалған сүп һәм тамырҙарҙан таҙартырға кәрәк. Көрәк осо менән ерҙе йомшартып сығығыҙ. Поликарбонатты кер һабыны менән йыуығыҙ. Шунан ғына ерҙе эшкәртергә була.

Тупрағында бактериялар, бәшмәк сире булмаһын өсөн теплицаны нисек эшкәртергә?
Тупрағында бактериялар, бәшмәк сире булмаһын өсөн теплицаны нисек эшкәртергә?

1-се - иң таралған ысул - ерҙе бешекләү. 60 градусҡа тиклем һыу ҡайнатып бер квадрат метрға өс биҙрә һибергә. Шунан түтәлде полиэтилен пленка менән ҡаплап ҡуйырға. Шул саҡта бөтә личинкалар, ҡорттар, бәшмәктәр, бактериялар үлә. Һыу 60 градус ҡына булырға тейеш. 100 градуслыны һипһәгеҙ, ерҙең файҙалы матдәләре ҡалмай. Ике көндән пленканы алырға була. Шулай уҡ марганцовкалы һыу һибергә мөмкин. Марганцовка ерҙе калий менән туйындыра. Шунан ғына фитоспорин һибергә була. 100 грамм фитоспоринды 10 литр һыуға һалырға кәрәк. Башта 1 литр һыуҙа яҡшылап ебетегеҙ. Шуны 9 л һыуға өҫтәгеҙ. Ошо эретмә менән теплицаның бөтә ерен таҙартһағыҙ яҡшы була. Шуларҙы эшләгәндән һуң 10-14 көндән һуң йәшелсә ултыртырға мөмкин. Тәмәке шашкаһы яндырһағыҙ,  ике аҙнанан һуң ғына йәшелсә ултыртырға ярай. Теплицаның тупрағын 4-5 йылға бер яҡшы алмаштыралар.

Тупрағында бактериялар, бәшмәк сире булмаһын өсөн теплицаны нисек эшкәртергә?
Тупрағында бактериялар, бәшмәк сире булмаһын өсөн теплицаны нисек эшкәртергә?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: