Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ӘРЕМ ЙЫЙЫП, МАЙ ЭШЛӘГЕҘ

Әрем майы быуын һыҙлағанда, һеңер тартылып, аяҡ-ҡул ауыртҡанда килешә, тип яҙылған "Башҡортостан" гәзите сайтында. Был хаҡта халыҡ табибәһе Фәриха апай әйткән

Яңауыл районының Байғужа ауылында йәшәгән Фәриха апай Матнурова кеүектәрҙе “торғаны бер хазина” тиҙәр. Ысынлап та, ниндәй генә шөғөлдәре юҡ уның! Бәйләү, тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәренән тыш, халыҡ медицинаһын ныҡлы өйрәнә, төрлө дарыу үләндәре йыя, шифалы майҙар, төнәтмәләр эшләй.

- Үләндәрҙең артығы кәрәкмәй. Үҙегеҙгә килешкәнән белеп файҙаланһағыҙ – шул етә. Мин пәйғәмбәр тырнағы (календула), мәтрүшкә, мелисса, боланут, кесерткән, әрем, энәлек, аҡ сәскә, сиренде яратып ҡулланам. Мәҫәлән, сирен һыҙлаған быуындарға килешә, – тип халыу дауалары серҙәре менән уртаҡлашты Фәриха Сәйҙел ҡыҙы.

Белгәндәрен ауылдаштары менән дә ихлас уртаҡлаша, кәңәш һорап килгән һәр кемгә килешерҙәй дауа, дарыу үләндәре, төнәтмә рецепттары тәҡдим итә.

Беҙгә һуған ҡабығынан төнәтмә һәм әрем майы эшләү рецебын өйрәтте.

0,5 литрлы банкаға һуған ҡабығын тултырғас, өҫтөнә спиртлы ҡатнашма (араҡы) һалырға. 10 көн самаһы ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп файҙалана башлайһың. Тамаҡ шешкәндә сайҡатыу, һыҙырылған ерҙәргә һөртөү өсөн файҙалы.

Фәриха апай әремдән йыл һайын май эшләй.

- Әремде май айында, өҫкө өлөштәрен генә йыйырға. Банканың яртыһына туралған (ваҡланған) үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майы ҡойорға. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға. Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәттәр урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә, - тип үҙе белгән серҙәр менән уртаҡлашты Байғужа ағинәйе.

Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!

Авторы:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:
Читайте нас: