Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ЕМЕШ-ЕЛӘК ҠЫУАҠТАРЫН НИСЕК ҠОРОТҠОСТАРҘАН ҺАҠЛАРҒА?

Бик еңел генә ысул тәҡдим итәбеҙ.

ЕМЕШ-ЕЛӘК ҠЫУАҠТАРЫН НИСЕК ҠОРОТҠОСТАРҘАН ҺАҠЛАРҒА?
ЕМЕШ-ЕЛӘК ҠЫУАҠТАРЫН НИСЕК ҠОРОТҠОСТАРҘАН ҺАҠЛАРҒА?

Еләктәрҙе һәм ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтарын зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн горчица ҡушып яһалған иретмә менән эшкәртергә кәрәк.

Бының өсөн 10 литр һыуға 100 грамм горчица алына. Уларҙы ҡушып болғаткас, ике көн тышта тотаһың һәм, һөҙөп, һыу менән яртылаш шыйыҡлайһың. 10 литр шыйыҡсаға 40 грамм кер һабыны ҡушырга кәрәк. Был шыйыҡсаны алма, сейә, слива ағастарына ла һибергә мөмкин. Ул үҪемлектәрҙе төрлө зарарлы беттәрҙән, ҡоротҡостарҙан ҡотҡарасаҡ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: