Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ЯЛҠАУЛЫҠТАН, БУЛДЫҠҺЫҘЛЫҠТАН ҠОТОЛОУ ЮЛЫ БАРМЫ? БАР...

Пәйғәмберебеҙ ошо доғаны уҡып йөрөгән.

ЯЛҠАУЛЫҠТАН, БУЛДЫҠҺЫҘЛЫҠТАН ҠОТОЛОУ ЮЛЫ БАРМЫ? БАР...
ЯЛҠАУЛЫҠТАН, БУЛДЫҠҺЫҘЛЫҠТАН ҠОТОЛОУ ЮЛЫ БАРМЫ? БАР...



Аллаһүммә, инни әғүҙү бикә минәл-һәмми үәл-хәзән, үәл-ғәджзи үәл-кәсәл, үәл-бухли үәл-джүбн, үә даләғи-ддәйни үә ғаләбәти-рриджәл

اَللَّـهُمَّ إِنِّي أَعُوذُ بِكَ مِنَ الْهَمِّ وَ الْحَزَنِ، وَ الْعَجْزِ وَ الْكَسَلِ، وَ الْبُخْلِ وَ الْجُبْنِ، وَ ضَلَعِ الدَّيْنِ وَ غَلَبَةِ الرِّجَالِ

Тәржемәһе: "Йә Аллаһ, тынысһыҙлыҡҡа һәм төшөнкөлөккә бирелеүҙән, булдыҡһыҙ һәм ялҡау булыуҙан, һаранлыҡтан һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурыстар йөгөнән һәм кешеләрҙән насарлыҡ күреүҙән Һиңә һыйынам!"

әл-Бохари, "Сахих", 6363.

Был доғаны һәр ваҡыт: ҡайҙалыр китеп барғанда ла, тик ултырғанда ла, нимәлер эшләп йөрөгәндә лә, ял итеп ятҡанда ла – иҫкә төшкән һайын күпләп ҡабатлау яҡшы. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тап шулай эшләгән дә.

Шулай уҡ, күреүегеҙсә, был доға – бурыстарҙан ҡотолоу, бурысҡа эләкмәү өсөн һәм башҡа кәмселектәргә ҡаршы ла доға.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: