Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыярҙарҙы нисек туҡландырырға?

Ҡыяр йылыны, яҡты урынды һәм еңел тупраҡта үҫергә ярата. Уларға һыуҙы ҡояш ҡыҙҙыра башлағансы таң менән һибергә, шулай уҡ иртә менән туҡландырырға  кәрәк. Ҡыярҙарҙың тамырҙары өҫтә булғанлыҡтан улар ашламаны ерҙең өҫкө ҡатламынан эҙләй.

Ҡыярҙарҙы нисек туҡландырырға?
Ҡыярҙарҙы нисек туҡландырырға?

Беренсе тапҡыр 2-3  япрағы үҫкәс ашларға кәрәк. Иң яҡшыһы башта әсетке. Уны яһар өсөн 10 г сүпрәне бер литр йылы һыуға һалырға, бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәргә лә өс сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Унан һуң шуға дүрт литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәмғеһе биш  литр була. Шул әҙер сүпрәле бер литр һыуҙы 10 литр һыуға ҡушып, һәр ҡыяр төбенә бер сүмес һибергә кәрәк. Ысын япрағы үҫкәс, азотлы ашлама һибергә кәрәк. Был осраҡта тиҙ генә ҡош-ҡорт тиҙәгенән әсетке әҙерләргә була (бер сүмес әсеткегә 10 сүмес һыу ҡушырга) йәки кесерткән әсеткеһе (1 сүмес әсеткегә 10 сүмес һыу ҡушырга). Әсетке булмаһа, мочевина һибәргә була (бер аш ҡашығы 10 литр һыуға). Шулай уҡ бер төпкә бер сүмес һибергә.

Бер аҙна үткәс калий менән туҡландырырға кәрәк. Уның өсөн бер стакан көлдө 10 литр йылы һыуға һалып, өс сәғәт төнәтергә. Һәр төпкә бер сүмес һибергә. Калий гуматы ашламаһы ла ярай. Дүртенсе мәртәбә, бер аҙна үткәс, бор кислотаһы һиптерергә була. Биш грамм бор кислотаны ике  литр йылы һыуҙа эретергә лә шуға 10 литр һыу өҫтәйбеҙ. Шуның менән ике аҙна һайын ҡыярҙарҙы туҡландырып торорға кәрәк.

 

Ҡыярҙарҙы нисек туҡландырырға?
Ҡыярҙарҙы нисек туҡландырырға?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: