Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

СӘСЕГЕҘ ЙЫЛҠЫЛДАП ТОРҺОН ТИҺӘГЕҘ...

Сәс торошон яҡшыртыу һәм туҡландырыу өсөн әфлисун ҡабығы яҡшы. Бының өсөн ике-өс емештең тышын ҡайнаған һыуҙа өс сәғәт тоторға һәм башты сайҡағанда ҡулланырға кәрәк.

СӘСЕГЕҘ ЙЫЛҠЫЛДАП ТОРҺОН ТИҺӘГЕҘ...
СӘСЕГЕҘ ЙЫЛҠЫЛДАП ТОРҺОН ТИҺӘГЕҘ...

Сәс ҡойолоуҙан һуған ярҙам итер. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуғанды ҡырғыс аша үткәреп, уға бер аш ҡалағы зәйтүн майы ҡушырға кәрәк. Иҙмәне баш тиреһенә һөртөп, 15 минут дауамында бармаҡтар менән еңелсә массаж яһап, башты полиэтилен менән ҡаплағыҙ. Йылы һаҡланһын өсөн таҫтамал урап, ярты сәғәт тирәһе тоторға кәрәк. Аҙаҡ сәсте яҡшылап йыуығыҙ. Һуған еҫе ҡалмаһын өсөн лимон һуты йәки аш һеркәһе һалынған һыу менән сайҡағыҙ. Лимон һутын бер юлы иҙмәгә өҫтәргә лә була.

Арыш оно ҡулланып әҙерләнгән ҡатнашма сәстең нығыныуына булышлыҡ итә. Уның 50 грамына 100 миллилитр ҡайнар һыу һалып, биш минут ҡапҡаслы һауытта тоторға. Унан һуң 100 миллилитр зәйтүн майы, биш грамм ҡоро гәрсис, саҡ ҡына лимон һуты ҡушып, ныҡлап болғатырға кәрәк. Ҡатнашманы сәскә һөртөп, ярты сәғәт тирәһе йылытыусы ҡалпаҡ кейеп торабыҙ, унан ағын һыу аҫтында йыуабыҙ. Иҙмәне әҙерләү өсөн ебетелгән арыш икмәге лә ҡулланырға мөмкин.


Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: