Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хужабикәгә «лайфхак»тар

Бик кәрәкле кәңәштәр

Хужабикәгә  «лайфхак»тар
Хужабикәгә «лайфхак»тар

√ Теге йәки был ризыҡты әҙерләгәндә бер нисә тамсы ғына лимон һуты кә- рәк. Бының өсөн тотош лимонды киҫеп торорға түгел, ә энә менән тишеп кенә һығырға.
√ Ит бешергәндә йыш ҡына артыҡ һурпа ҡала. Аптырамағыҙ, уны боҙ туңдырғыс һауытҡа һалып һаҡларға мөмкин. Кәрәк саҡта алаһың да, берәй ашһыуға өҫтәйһең.
√ Тәмләткестәрҙең хуш еҫе нығыраҡ сыҡһын өсөн уларҙы турарҙан алда бер минуттай табала ҡыҙҙырып алырға кәрәк.
√ Кәтлиттәр бер иш булһын өсөн уларҙы ябай стакан менән формалаштырырға була.
√ Тоҡсай эсендә тоҡсайҙарығыҙ ятамы? Пакеттарҙы уңайлы итеп бәләкәй ҡумтаға урынлаштырығыҙ, кәрәк саҡта тартаһың да сығараһың.
√ Шешәләге берәй эсемлекте тиҙ генә һыуытырға уйлаһағыҙ, уны еүеш сепрәккә төрөп, туңдырғысҡа һалығыҙ. Биш минут һәм һеҙҙең ҡулда - һалҡын эсемлек!
√ Ҡоймаҡ ҡойоу өсөн массаны кәстрүлдә түгел, ә шешәлә әҙерләүе еңелерәк. Бөтә ингредиентты һалаһығыҙ ҙа, һелкетәһегеҙ. Табаға ҡойор өсөн дә айырым ҡалаҡ кәрәкмәй.
√ Һарымһаҡты таҙартыу өсөн банка ҡулланығыҙ, һалаһығыҙ ҙа һелкетәһегеҙ.

Хужабикәгә  «лайфхак»тар
Хужабикәгә «лайфхак»тар
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: