Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ дауаһы

Шалфей һәм мелиссаның файҙаһы

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Шалфей
Теш ҡаҙнаһы ҡанап, ауыртып яфалаһа, ярты стакан һыуға 1 тамсы шалфей майы һалып, теште таҙартҡандан һуң ауыҙҙы сайҡатаһың.
һәр иртә бер балғалаҡ тоҙ һәм аҙ ғына йылы һыу ҡабып, тоҙ онға әйләнгәнсе сәйнәргә кәрәк. Йотмаҫҡа. Был дауа теш ҡаҙнаһын нығыта, пародонтоздан да һаҡлай.
Мелисса
Был үләнде халыҡ аҡ кесерткән тип тә йөрөтә, һәр йәй һайын мелиссаның япраҡтарын йыйып киптереп алығыҙ. Кипкән 2 ҡалаҡ үләнгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ябығыҙ һәм бер сәғәткә йылы урынға ҡуйығыҙ. Ангар алдынан 30 — 40 минут алдан ярты стаканлап эсергә. Был төнәтмә йөрәк сиренән, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, үт ҡыуығы, бөйөр шешенән, нервылар ҡаҡшауынан ҡотолорға ярҙам итә.

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: