Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

КИСЕН ЙОҠЛАЙ АЛМАЙ ИНТЕККӘНДӘРГӘ БЕР НИСӘ КӘҢӘШ

ЯТҠАС, ЙОҠЛАЙ АЛМАЙ ЯТҠАНЫҒЫҘ БАРМЫ? ОШО КӘҢӘШТӘРГӘ ҠОЛАҠ ҺАЛЫҒЫҘ ӘЛЕ:

КИСЕН ЙОҠЛАЙ АЛМАЙ ИНТЕККӘНДӘРГӘ БЕР НИСӘ КӘҢӘШ
КИСЕН ЙОҠЛАЙ АЛМАЙ ИНТЕККӘНДӘРГӘ БЕР НИСӘ КӘҢӘШ
1. Кофеинлы эсемлектәрҙе көндөң беренсе яртыһында ҡулланырға тырышығыҙ. Был кофе яратҡандарға ғына түгел, йәшел сәй менән мауыҡҡандарға ла ҡағыла.

2. Кис йоҡларға ятыр алдынан 20-30 минут ваҡытығыҙҙы саф һауала үткәрегеҙ. Көндөҙ ҙә саф һауала йөрөү файҙалы. Ҡояш нурҙары мелатонин балансын яйлауға булыша.

3. Магний витаминына (палтус, миндаль, кешью, шпинат һ.б.) һәм В витаминына (йәшелсә, сәтләүектәр һ.б.) бай ризыҡтар менән туҡланырға тырышығыҙ. Белгестәр бындай осраҡта В6 һәм магний комплексын ҡулланырға кәңәш итә.
 
4. Кис ятыр алдынан бал менән үләне сәйе эсеүҙең файҙаһы бар.

5. Ятыр алдынан ҡорһаҡ тултырып ашамаҫҡа тырышығыҙ.

6. Йоҡо бүлмәһен һәр ваҡыт елләтергә ғәҙәтләнегеҙ. Һалҡынса һауа булғанда, йоҡлап китеү еңелерәк.

7. Күңелдә борсоу уята торған әйберҙәр тураһында уйланмаҫҡа тырышығыҙ, үҙегеҙҙе бер нәмәнән дә ғәйепләмәгеҙ.

8. Йоҡларға ятҡас ун тапҡыр танау менән тәрән итеп һулыш алығыҙ. Был күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатларға була, ул тынысланырға ярҙам итә.
 
СЫҒАНАҠ:https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2020-06-10/yo-o-o-lo-tan-integ-ege-me-667737
 
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: