Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тәндәге миңдәр нимәне аңлата?

Миңһеҙ кеше булмай. Миң - тәндәге тап ҡына түгел, кешенең характерын аңларға ярҙам иткән билдә. Ниндәй миң нимәне аңлата?м

Тәндәге миңдәр  нимәне аңлата?
Тәндәге миңдәр нимәне аңлата?

Танау биле өҫтөндә һәм ҡаштарға яҡын урынлашҡан миңдәр кешенең аҡыллы һәм үткер булыуы хаҡында һөйләй. Ундай кешеләр дәүләт хеҙмәткәре, аҡыллы сәйәсәтсе була ала. Улар бик энергиялы.
Бит, ирен, күҙҙәргә яҡын тирәлә миңе булған кеше наҙлы, яғымлы һәм изге күңелле. Миң һул биттә һәм ҡолаҡҡа яҡыныраҡ урынлашһа, был кешенең үҙ-үҙен ҡорбан итергә һәләтле булыуы хаҡында һөйләй. Биттәге миң теләһә ниндәй ҡатын-ҡыҙҙы матурыраҡ итә.
Ҡолаҡта - маҡтансыҡ, үҙ хеҙмәтен һәм һәләтен арттырып һөйләргә ярата. Етешмәгән яҡтарына бөтөнләй күҙ йома. Улар ауырлыҡтарҙы кисерә белә.
Муйын тирәһендә - кеше йыш үҙгәрә, бөгөн оҡшаған әйберҙе ул иртәгә үҙ итмәҫкә лә мөмкин. Хыянат итеүе ихтимал. Улай ҙа был хаҡта парҙарына шунда уҡ һөйләп бирәләр.
Елкәлә - кеше үҙ өҫтөнә артыҡ күп йөк алырға ярата. Ул көслө шәхес, шул уҡ ваҡытта башҡалар еңел генә ирешкән уңыштар уға бик ауыр бирелә. Кире булыуы арҡаһында ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килә.
Һул күкрәктә - йә тормоштоң күгенә күтәрелә, йә, киреһенсә, төпкөлгә бата. Уң күкрәктә миңе бар ҡатын-ҡыҙ - бик яҡшы әсә һәм ҡатын.
Эстә миң булыу көслө ихтыярлы кешегә хас. Ул ҡурҡыуы тураһында яңылыш та башҡаларға һөйләмәй, ләкин үҙ хистәренең ҡолона әйләнергә мөмкин. Мәҫәлән, уға артыҡ күп ашау, иҫерткес эсемлектән арына алмау хас.
Арҡа, елкә тирәһендә - бик талапсандар. Улар походтарға йөрөй, һалҡын һыу менән ҡойона. Үҙ балаларын да шуға өйрәтә. Арҡаһында миңе булған кеше аҡыллы әңгәмәсе, ышаныслы партнер.
Ҡулы миңле ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә бик бәхетле. Уларҙың ҡулы йомшаҡ та, көслө лә.
Тубыҡтағыһы эйәһенең сабырһыҙ­лы­ғын хәбәр итә. Балтырҙағы миң кешенең еңел аяҡлы икәнен белдерә. Табанында булғандар бик сыҙам.

Тәндәге миңдәр  нимәне аңлата?
Тәндәге миңдәр нимәне аңлата?
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: