-2-3 һарымһаҡтың сәскә һабын ҡалдырам. Улар турайып баҫып, сәскә тышы ярылһа, һарымһаҡты ҡаҙып алырға мөмкин. Ҡаҙып алып, бер нисә көнгә күләгәле, еләҫ урынға һалам. Һабағы һулып кибә биргәс, бер аҙ ҡалдырып ҡырҡам һәм ҡоро урынға урынлаштырам.
Сәскәһе ҡалмаған булһа, ҡаҙып ҡарағыҙ. Ныҡ тамырланып китмәһен өсөн ваҡытында алырға тырышығыҙ.