Ирен тирәләй һыр барлыҡҡа килмәһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләһегеҙме? Ни өсөн ир затында улар юҡ тиерлек. Шул турала уйланғанығыҙ бармы? Баҡтиһәң, һаҡал-мыйыҡты тигеҙ итеп ҡырыр өсөн улар тел ярҙамында ауыҙ эсендә төрлө массаж эшләй.
Интернет селтәрен байҡап, бер нисә массаж төрөн тәҡдим итәбеҙ.
- Уның өсөн телде ауыҙ ҡыуышлығы эсендә башта сәғәт ыңғайына, унан һуң киреһенсә 12-шәр тапҡыр уратып әйләндереп сығырға.
- Телде ауыҙ ҡыуышлығы эсендә башта уң, аҙаҡтан һуң яҡлап аҫтан өҫкә йөрөтөргә ( һәр яҡтан 12 тапҡыр).
- Ауыҙға һыу уртлаған кеүек итеп, һауаны башта уң яҡ биткә, унан һул яҡҡа күсерергә. Был күнегеүҙе 20 тапҡыр ҡабатларға. Иртәле-кисле шулай эшләһәгеҙ, ауыҙ тирәһендә һырҙар барлыҡҡа килмәйәсәк