Беҙ үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ, нисек йәшәйбеҙ, балаларыбыҙҙың да киләсәге шулай буласаҡ, улар беҙҙе ҡабатлаясаҡ. Тимәк, беҙ – ата-әсәләр, үҙебеҙ бәхетле булырға тейешбеҙ! Әгәр һеҙ китап уҡымайһығыҙ икән, балаларығыҙ китап уҡыясаҡмы? Юҡҡа ғына, атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тип әйтмәйҙәр. Үҙегеҙ спорт менән шөғөлләнмәйһегеҙ икән, улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың спортты һайлауы тураһында хыял итмәгеҙ.
Үҙегеҙ бәхетле булығыҙ! Шул ваҡытта балаларығыҙ ҙа бәхетле буласаҡ, тигән мәғәнә бар был мәҡәләлә.
Ә һеҙ шул турала ниндәй фекерҙәһегеҙ, дуҫтар?