ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Июль аҙағы, августа баҡса эштәре

Ямғыр яуа тип өйҙә ултырмағыҙ, баҡсала эш күп!

Август айында баҡсаға тиҙ өлгөрә торған редиска, борсаҡ, петрушка, әнис (укроп), шпинат сәсергә мөмкин.

Шулай уҡ был  ай – ҡарағат, крыжовник үрсетеү ваҡыты.

Дөйөм алғанда, улар вегетатив юл менән үрсетелә. Ҡарағатты ике бөрөлө, 5-6 бөрөлө сыбыҡтан да үҫтерергә була. Ҡарағаттың ергә яҡын ботаҡтарын ергә бөгөп, тамырландырып үҫтерергә лә мөмкин. Тамырландыры өсөн һуҙып һалаһың да төбөнән 30 см ситтәрәк ҡырҡыу яһайһың. Уны соҡорға күмдереп, һыу һибеп, ер менән күмәбеҙ. Яҙға ул тамырланып япраҡ ебәрергә лә мөмкин. Киләһе көҙгә айырым ҡыуаҡ була, уны күсереп ултыртырға кәрәк буласаҡ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: