Ә ашнаҡсы апай уларҙы еңел генә итеп пюре эшләй ҙә, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға туңдырыу камераһына оҙата.
Йыуылған алманы үҙәгенән айырып турағас, әҙ генә һыу һалып бешереп алырға кәрәк. Унан һуң, блендер менән бер төрлө масса хәленә еткереп иҙергә. Алмағыҙ артыҡ өлгөргән булмаһа, саҡ ҡына шәкәр өҫтәргә була. Әҙер тәмлекәстәрҙе ашнаҡсы ике ҡатлы полиэтилен моҡсайға һалып, туңдырыу камерһына оҙата.