Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Август , 06:37

Йәшлек рецепты: бәләкәй генә нәмәләргә лә шатланығыҙ...

Тәрән мәғәнәле ошо фекерҙәрҙе уҡып сығайыҡ әле. Тормошта иң яҡшы уҡытыусы – тәжрибә. Дөрөҫ, ҡиммәт ала, әммә аңлайышлы итеп аңлата.

Йәшлек рецепты: бәләкәй генә нәмәләргә лә шатланығыҙ...
Йәшлек рецепты: бәләкәй генә нәмәләргә лә шатланығыҙ...

Сүп-сарҙы: биҙрәнән... башығыҙҙан... тормоштан алып ташларға онотмағыҙ!
Эштәрегеҙ насар барғанда, уны туҡтатып тороғоҙ.
Әгәр хатаны төҙәтергә мөмкин икән, тимәк, һин әле яңылышмағанһың.

Рәхмәт, минең тормошома килеп ингән һәм уны матур иткән кешеләргә. Унан сыҡҡан һәм уны тағы ла яҡшыраҡ иткән кешеләргә лә рәхмәт.
Һин эшләгәнде яратмаған кеше һәр ваҡыт табылыр. Был ғәҙәти.

Үҙ тормошоңдо, тормош һине ҡәнәғәтләндерә башлағансы, яйға һалырға кәрәк.

Йәшлек рецепты: һәр ваҡ-төйәк нәмәгә шатланығыҙ һәм юҡ-барға ҡыҙып бармағыҙ.

Шуны онотмағыҙ: иң яҡшы көн – бөгөн!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: