ул өйҙең энергетикаһын яҡшырта, тауыш-низағтарҙан һаҡлай, һалҡын тигәндә, тамаҡ ауыртҡанда, йүтәл яфалағанда, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, ҡан баҫымы «уйнағанда», тәндәге яралар, депрессия ваҡытында ҡулланалар.
- Һалҡын тейгәндә 1 литр һуға 25 гр япрағын һалып, 10 минут ҡайнатаһың. Шул һыу менән тамаҡты сайҡатһаң, һалҡын тейеү бик тиҙ үтә.
- Тымау тейгәндә үлән япраҡтары һутын һығып танауға тамыҙып, хәлде еңеләйтергә була.
- Ҡан баҫымы һикергәндә яран япрағын беләҙек тәңгәленә ҡуйып, ҡан баҫымын яйларға мөмкин. Уның өсөн япраҡты ҡулда ыуғалап, бер ни тиклем һутын сығарырға кәрәк.
- Отит ваҡытында ҡолаҡ ауыртыуын баҫыр өсөн дә яранынан файҙаланалар. Йоклар алдында япраҡты бөтөрөп төрөп, ҡолаҡҡа ҡуйып торалар.
- Теш һыҙлағанда япраҡтарҙы сәйнәргә кәрәк. Стафилококты бөтөрә торған бактерицид матдәләр бүлеп сығарып, үлән япраҡтары ниндәй булһа ла ялҡынһыныуҙан һаҡлай.
Ярандың эфир майҙары тирегә яҡшы тәьҫир итә, төрлө тимгелдәрҙе бөтөрә, экзема кеүек ауырыуҙарға ҡаршы дауа булып тора.
- Остеохондроз, радикулиттан: Үлән япрағынан компресс яһап, остеохондроз, дауалап була.
8.Үлән төнәтмәһе ҡулланһаң, сәс ҡойолмай башлай.
- Яран япрағы кәйефте күтәрә: стресс, депрессиянан ҡотолор өсөн япрағын ҡулда урарға кәрәк.
- Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә лә ярҙам итә! 10 япраҡты 1 стакан ҡайнар һуға һалып,1 сәғәт һалҡын урында тотаһың. Стакандың өстән бер өлөшөн эсһәң, рәхәтләнеп йоҡлайһың. Гөл япрағын йыйып, ярты литрлы банкаға тултырып, шуның өҫтөнә банка тултырып араҡы һалырға. Әлеге төнәтмә 1 аҙна торғас, һөҙөгөҙ. Ул көн һайын ас ҡарынға бер сәй ҡалағы эсеп ҡуйырға. Ошо ысул менән дауаланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.