Кемдең ҡартайғыһы килһен? Ә ҡартаймау өсөн нимә ашарға кәрәк? Матурлыҡ витаминдары тураһында беләһегеҙме? Улар дарыуханала һатылмай, ә аҙыҡ-түлектә бар.
Шулай итеп, ҡартаймау өсөн көндәлек рационда мотлаҡ 80 мг (тәмәке тартҡандар өсөн 140 мг) С витамины булырға тейеш. Ул түбәндәге ризыҡтарҙа (һәр береһе айырым) бар.
алма – 1 – 2,5 кг,
алма һуты – 15 стакан,
яңы һығылған әфлисун һуты – 2 стакан,
лимон, әфлисун – 1 бөртөк,
татлы борос – 2 бөртөк,
кәбеҫтә – 120-150 г,
киви – 1-2 бөртөк,
ҡара ҡарағат – 22 бөртөк,
баҡса еләге – 10 бөртөк,
ҡыҙыл сөгөлдөр – 1 бөртөк,
гөлйемеш төнәтмәһе – 1 стакан.
Тағы ла мотлаҡ В2 витамины булырға тейеш. Был витамин етешмәһә кешелә анемия башлана, ауыҙ тирәһен һырҙар баҫа. Шулай итеп кәрәкле миҡдар витамин түбәндәге ризыҡта бар:
1-2 литр һөттә,
0,5 кг эремсек,
120 бөртөк сәтләүек,
100 г бауыр,
100 г борсаҡ,
300 г балыҡ,
200 г ҡарабойҙай,
400 г арыш икмәге,
200 г һоло бутҡаһы,
5 йомортҡа.
Артабанғы йәшлек витамины – А витамины. Ул етмәһә тырнаҡтар һына, сәс ҡойола:
100 г кишер,
200 г һыйыр майы,
100 г ҡыҙыл ыуылдырыҡ,
2 алма,
2 йомортҡа,
50 г һыйыр бауыры,
1 л һөт,
400 г сыр,
15 бөртөк күрәгә.
Һәм тағы ла мотлаҡ кәрәкле витамин – Е витамины:
0,5 стакан көнбағыш,
2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы,
6 аш ҡалағы етен майы,
1/4 стакан миндаль,
0,5 стакан фундук,
1 стакан арахис,
2 авокадо,
2/3 стакан шыттырылған бойҙай,
400 г салат япраҡтары.
Көндәлек ашаған ризығығыҙға мотлаҡ ошо витаминдарҙы индерегеҙ һәм һау-сәләмәт, йәш, матур булығыҙ!