Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Сентябрь , 18:50

Йөрәкте һаҡлай һәм ҡан баҫымын төшөрә торған сәйҙәр

Үлән сәйҙәрен ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Айырыуса ашҡаҙан, бөйөр, бауыр ауырыуҙары булған, аллергияға бирелеүсән кешеләргә, ауырлы ҡатындарға һаҡ булырға.

Бөтнөк менән мелисса үләндәренән сәй файҙалы. Тик уға шәкәр өҫтәргә кәрәкмәй.

Ҡан баҫымы юғары булғандарға йүкәнән сәй  эсеү килешә.  Ул спазмолитик һәм диуретик  эффектҡа эйә.

Кейәү үләненән сәй (чабрец) эсәк-ашҡаҙан сирҙәренә  яҡшы сара. Шулай уҡ ул глистогоник эффекҡа эйә, бронхит ваҡытында ҡаҡырыҡтан арындыра.

Тағы бер файҙалы сәй – ромашканан. Ул колит һәм гастрит кеүек сирҙәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Ауыҙ ҡыуышлығындағы язва, фарингит, тонзиллит, тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: