Өҫтәлдәге клеенка ябыуы ҡырҡылһа, шул урынға ике яҡтан да төҫһөҙ лак (тырнаҡ буяуы) һөртөгөҙ - зарарланған урын беленмәҫ тә.
Яңы өҫтәл клеенка ябыуын һөт һәм уксус ҡатнашмаһы менән (тигеҙ күләмдә алына) һөртөп алыу уны ярылыуҙан һәм тиҙ уңыуҙан һаҡлай.
Сырҙы ҡырыр алдынан ҡырғысты үҫемлек майы менән ышҡығыҙ - сыр уҡмашмай еңел ҡырылыр.
Ҡырғысты наждак ҡағыҙы менән ышҡып алғанда, ул үткерләнеп китә.
Аш бүлмәһендә насар еҫ сыҡһа, табаға һеркә ҡойоп, һүрән утта ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Ул осоп бөткәнсе тотоғоҙ һәм еҫтән бер ни ҡалмаҫ.
Плиталағы майлы тапты тоҙ ярҙамында бөтөрөргә мөмкин. Бының өсөн эҫе плиаға тоҙ һалып, ҡағыҙ менән ышҡығыҙ. Ә кипкән тапты тәүҙә аш содаһы менән ышҡып, аҙағынан нишатыр спирты менән һөртөп, уңышлы таҙартып була.