ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь , 06:12

Быуынығыҙ һыҙлаһа...

150-200 грамм самаһы һарымһаҡты таҙартып, ит турағыс аша үткәрергә йәки ваҡ итеп турарға. 0,5 литрлы банкаға һалып, өҫтөнә таҙартылмаған үҫемлек майы (ниндәйе булһа ла ярай: көнбағыш, етен, зәйтүн) ҡойорға.

Ҡатнашманы ике аҙна ҡараңғы урында тоторға. Ваҡыты-ваҡыты менән банканы бер аҙ һелккеләп торорға. Ике аҙнанан һуң майҙы ике-өс ҡат марля аша һөҙөп алырға.

Ошо майҙы ауыртҡан урындарға һөртөп, йылынғансы ыуырға. Ул бармаҡ быуындары һыҙлауына ла килешә.

Майҙы һыуыҡ урында тотһағыҙ оҙағыраҡ һаҡланыр. 

Автор:
Читайте нас: