Конгэк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Сентябрь , 05:51

Яҡшы кәйеф нигеҙе

Сәләмәт һәм күтәренке кәйефле булырға теләүселәргә бер нисә кәңәш.

Яҡшы кәйеф нигеҙе
Яҡшы кәйеф нигеҙе

Организмын яҡшылап таҙартырға, тиреһен шымартырға, сәс, тырнағын нығытырға, бер аҙ ябығырға теләгәндәргә көн дә иртән ас ҡарынға бер ҡалаҡ етен орлоғон ентекләп сәйнәп ашарға кәңәш ителә. Аҙағынан бер стакан йылы һыу эсеп ҡуйырға кәрәк. Ярты сәғәттән һуң - иртәнге аш.

Көн дә бешкән сөгөлдөрҙән салат ашарға тырышығыҙ. Уны иртән дә, кис тә рационға индерергә мөмкин. Шулай иткәндә, ҡан таҙарына, тимәк, тышҡы ҡиәфәткә лә сәләмәт төҫ инә. Эске ағзаларҙың эшмәкәрлеге көйләнә.

Көн дә илле грамм тирәһе сәтләүек ашау файҙалы. Ниндәйе оҡшай - шуныһын һайлағыҙ. Сәс һәм тырнаҡтар ныҡ булыр.

Сығанаҡ:

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: