Конгэк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Сентябрь , 06:02

Ҡабаҡтан һут эшләйек

Рецебы ябай ғына.

Ҡабаҡтан һут эшләйек
Ҡабаҡтан һут эшләйек

Ҡабаҡты ҡабығынан таҙартаһың. Шәкәр шаҡмағынан ҙурыраҡ итеп турайһың. Дүрт килограмм ҡабаҡҡа ярты килограмм шәкәр, ике балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡабаҡты һауытҡа тултырғас, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың. 15-20 минут ҡайнар һыуҙа бешерәһең. Бешкәнен бысаҡ менән сәнсеп ҡарарға була. Бешкән массаны блендер, йә булмаһа картуф иҙгес менән иҙергә. Иҙеп бөткәс, шәкәр, кислота ҡушабыҙ. Ҡайһы бер кеше әфлисун һала, мин уның урынына магазин һуты алам. Бер ҡап персик, алма йәки әфлисун һуты ҡушып 10 минутлап ҡайнатаһың да стерилләнгән банкаларға һалып, ябып ултыртаһың. Әсемәй ҙә, ҡапҡасы атылмай ҙа. Баҙға төшөрөп ҡуябыҙ.

Белеп эшләгеҙ: рецебы йырсы Илшат Сибәғәтуллиндыҡы.

Автор:
Читайте нас: