Бармы һеҙҙең тик торғанда,
Бойоғоп киткән саҡтар?
Бер нимәгә китеп барып,
Боролоп киткән саҡтар?
Йыр ишетеп көнө буйы,
Көйләп йөрөгән саҡтар?
Асыу килеп, йоҙороҡто
Төйнәп йөрөгән саҡтар?
Ҡапыл кемеһендер иҫләп,
Көлөп ебәргән саҡтар?
Берәүһе лә булмағанда
Кинәт ебегән саҡтар?
Тип-тигеҙ ерҙә барып та,
Абынып киткән саҡтар?
Иртән күргән кешене лә,
Һағынып киткән саҡтар?
Бармы?
(Р. Абдуллин)