Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Июль 2023, 16:50

Яратҡан эшең булыу - ярты бәхет

Ерҙе ҡурсалар, ҡәҙерләр уны һөйгәндәр генә

Ике тиҫтә йылдан ашыу элек нигеҙ һалынған “Мәсәғүтов” крәҫтиән хужалығы -  бөгөн районда баҫыу эштәрен, агортехник сараларҙы үҙ көсө менән атҡарып, ышаныслы коллектив туплаған йәмғиәттәрҙең береһе.  Ғүмере тыуған ере менән бәйле, агроном һөнәрле Әҡсән Мәсәғүтовҡа  ауыл хужалығы тармағы һәр саҡ күңеленә яҡын була. Ҡасандыр меңәрләгән яҡташы эшләгән хужалыҡ көрсөккә терәлеп, тәжрибәле малсы, механизаторҙар эшһеҙ ҡалғас,  сәсеүлек майҙандарында сүп үҫтермәҫ өсөн ҡыйыу, әммә яуаплы аҙымға бара. Талап ителгән документтар, ер пайҙарын алыу еңелдән булмай.  Һин дә мин эшләп килгән көслө колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡҡан  осорҙа халыҡта фермер хужалыҡтарына ышаныу тойғоһо икеләнеү тыуҙыра.  Әммә буласаҡ фермерҙың  теләк һәм нығышмаллығы көслө була, йыйылыштар уҙғарыу, аңлатыу эштәре, осрашыуҙар һөҙөмтәһен бирә - 780 гектар ер менән башлай тәүге аҙымдарын Әҡсән  Рәшит улы.

Тырышып эшләһәң, ҡасан да булһа рәхәтен күрәһең

Бөгөн “Мәсәғүтов” фермер хужалығының пай ерҙәре иҫәбенә 1495 гектар сәсеүлек майҙаны бар.   Культуралар майҙаны алмаштырып сәселә. Беҙҙең ижади төркөм фермер хужалығы башлығын ҡарабойҙай баҫыуында осратты.  

 – Быйыл был культура 450 гектарҙы биләй. Уҙған йыл гектар ҡеүәте юғарыраҡ ине, ағымдағыһында һауа шарттарына бәйле, күпме бирәсәген күҙаллау ҡыйыныраҡ. Ужым арышы 200 гектарҙа, яҙғы дым иҫәбенә көс йыйып өлгөрҙө. 150 гектар арпа, 230 гектар бойҙайҙан тыш, 270 гектарҙа көнбағыш  сәселгән. Уларҙы ваҡытында ҡоротҡос, ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртәбеҙ.  Йыл йылға тура килмәй, былтыр игенде  ҡайҙа тапшырырға белмәй йонсоноҡ.  Шул сәбәпле, байтаҡ уңыш келәттә һаҡлауға һалынды. Иген баҙарында әле үк уларға хаҡ бар, тимәк, тырышлыҡ бушҡа китмәгән. Бына шулай бер ерҙә отолһаҡ, икенсеһендә отабыҙ, - ти фермер.

Машина-трактор паркы даими яңыртыла. Иҫке техника ремонт өсөн күп сығым талап итә, шунлыҡтан яңыһын һатып алыу яҡлы Әҡсән   Рәшит улы. Иҫкеләрен дә һаҡлап, тәрбиәләп кенә торалар. 2014, 2020 йылдарҙа парк “Акрос 550” комбайны, уҙған йыл “РСМ 2375” тракторына тулыланған парк. Баҫыу эштәрен  үҙ көстәре менән, ситтәрҙең ярҙамынан тыш башҡарып сыға улар. Уҙған йыл иген таҙартыу ҡоролмаһын  ремонтлағандар, әле ул яңы уңыш ҡабул итеүгә әҙер.  Ошо эштәр уның етәкселендә башҡарылһа ла, тупланған көслө эшселәре - уң ҡанаттары бар уның. Радик Ишкинин, Рәмил Хөснөтдинов, Рөстәм Мәсәғүтов һәм улы Ришат – универсал хеҙмәткәрҙәр.

Һәр  эште эшлә үҙ мәлендә

Ысынлап та, тап ошондай фермерҙар мәҙәниәт һәм тел күсәгилешлеген тәьмин итә, сөнки улар ауылда йәшәй, балаларын шунда уҡыта. Улар юлдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә, зыяраттарҙы тәртипкә килтерә, сараларҙа спонсор булараҡ ҡатнаша.  

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауылда ҡар таҙартҡыс һатып алыу, төрлө байрам сараларын уҙғарыуға халыҡ беренсе сиратта уға мөрәжәғәт итә.

 “Атайсал” проектын хуплайым, ул кесе Ватаныңа изгелек ҡылыуға йүнәлтелгән. Күптән төҙөргә хыялланған ауыл мәсетенә кирбес һатып алыуға ла ярҙам күрһәтәсәкмен”,-ти уҙаман.

Бына шулай, яратҡан эшенең ярты бәхет икәнлегенә инанып йәшәй ауыл фермеры.

Яратҡан эшең булыу - ярты бәхет
Яратҡан эшең булыу - ярты бәхет
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: