Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Октябрь 2023, 17:55

Республика көнөн ҡаршылап

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләйәсәк. Төрлө милләт кешеләрен берләштергән был байрам сал тарихы, мәҙәни мираҫы менән ғорурланған, ҡәҙерләп һаҡлаған һәр кем өсөн мөһим. Район-ҡалала йәшәгән төйәге өсөн йән атҡандарҙы, тырыш хеҙмәте менән уның үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙе, именлеген һаҡлағандарҙы берләштергән байрам саралары беҙҙә бөгөн үтте.Иртәнге сәғәттәрҙә “Мәңгелек ут” һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланған сара ҡаланың мәҙәниәт һарайында дауам итте. 

Республика көнөн ҡаршылап
Республика көнөн ҡаршылап

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләйәсәк. Төрлө милләт кешеләрен берләштергән был байрам сал тарихы, мәҙәни мираҫы менән ғорурланған, ҡәҙерләп һаҡлаған һәр кем өсөн мөһим. Район-ҡалала төйәге өсөн йән атҡандарҙы, тырыш хеҙмәте менән уның үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙе, Тыуған ил именлеген һаҡлағандарҙы берләштергән байрам саралары беҙҙә бөгөн үтте.
Иртәнге сәғәттәрҙә “Мәңгелек ут” һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланған сара ҡаланың мәҙәниәт һарайында дауам итте. Унда тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанғандар, хәрби бурысын оло намыҫ менән үтәгән яугирҙәр билдәләнде. Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ Илшат Иманғолов һәм Марсель Яманһаринға үҙҙәре үлгәндән һуң лайыҡ булған М.Шайморатов ордены мәрхүмдәрҙең яҡындарына тапшырылды.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.   

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: