ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Август 2021, 11:08

Колл-үҙәк эшләй башланы

60-тан өлкән йәштәге граждандарға шылтыратыу буйынса яңы колл-үҙәк эшләй башланы. Ирекмәндәр вакцинаның әһәмиәте тураһында мәғлүмәт бирә һәм прививка эшләтергә саҡыра.

Колл-үҙәк эшләй башланы
Колл-үҙәк эшләй башланы

60-тан өлкән йәштәге граждандарға шылтыратыу буйынса яңы колл-үҙәк эшләй башланы. Ирекмәндәр вакцинаның әһәмиәте тураһында мәғлүмәт бирә һәм прививка эшләтергә саҡыра.

Телефон аша халыҡҡа мәғлүмәт биреү буйынса белгестәрҙең һәм ирекмәндәрҙең тәжрибәһе булыуы ҡыуандыра. Үҙҡурсаланыу ваҡытында беҙ 60-тан өлкән йәштәгеләргә шылтыратып, уларға мөмкин тиклем өйҙә ҡалырға тырышыуҙарын, һаҡлыҡ сараларын үтәүен һорап мөрәжәғәт иттек. Шулай уҡ беҙҙең ирекмәндәр иң кәрәкле аҙыҡ-түлек, дарыу килтереүгә заявка ҡабул итеүен, ололарҙың коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын үтәргә кәрәклеге хаҡында иҫтәренә төшөрөүен дауам итә.

Беҙ бөгөн өлкән йәштәге мәләүездәрҙе вакцинация үтергә саҡыра башланыҡ. Бындай сара күптәргә кәрәк, сөнки оло йәштәге граждандарҙың ҡайһы берҙәре вакцинация пункты тураһында белмәҫкә һәм дәүләт хеҙмәте аша үҙ аллы яҙыла алмаҫҡа мөмкин.

Ирекмәндәр вакцинация пунктының эш ваҡыты, адресы хаҡында хәбәр итә: ҡалала – үҙәк район дауаханаһы, ауыл биләмәләрендә – фельдшер-акушерлыҡ пункттары. Бөгөнгә Мәләүез районы буйынса 5 меңгә яҡын оло йәштәге граждан коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ.

Район хакимиәте.

Фото интернеттан.

Колл-үҙәк эшләй башланы
Колл-үҙәк эшләй башланы
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: