Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2022, 14:45

Иртәгә – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

2006 йылдан алып йыл һайын октябрь аҙағында инсультҡа ҡаршы көнө билдәләнә. Был дата мәкерле сирҙе иҫкәртеү, уның тураһында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт биреү маҡсатында иғлан ителгән. Статистиканан күренеүенсә, үлем осрағы һәм инвалидлыҡ буйынса иҫәпләгәндә инсульт икенсе урында. Ни өсөн уның ҡорбандары йылдан-йыл арта? Уны нисек иҫкәртергә? Ошо һорауҙар менән үҙәк район дауаханаһы врачы Маргарита Әнүр ҡыҙы УТИЦКАЯға мөрәжәғәт иттек.

Иртәгә – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө
Иртәгә – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

 - Инсульт - баш мейеһе ҡан әйләнеше боҙолоу сәбәпле барлыҡҡа килгән ҡурҡыныс сир. Уның төп билдәләренә дөйөм хәлһеҙлек, кәүҙә тигеҙлеген юғалтыу, ҡул, аяҡ ойоу, насар күреү, телмәр боҙолоу, баш ауыртыу, уҡшытыу, ҡоҫоу инә. Уның менән сирләүселәр һаны артыуына төрлө сәбәп булышлыҡ итә: аҙ хәрәкәт итеү, ярымфабрикаттар менән туҡланыу, стресс һәм зарарлы ғәҙәттәр.

Инсультты мәкерле ауырыу тиҙәр, сөнки ул ҡапыл ғына була. Кеше үҙен хәлһеҙ тоя, аяғын-ҡулын “тыңлата” алмай, телмәре боҙола, йәғни нимә һөйләгәне аңлашылмай. Унан һаҡланыу өсөн, иң беренсе, сәләмәт тормош алып барыу, ҡан баҫымын контролдә тотоу мөһим. Физик культура, спорт менә йәштән дуҫ булығыҙ, гимнастика эшләгеҙ. Шулай уҡ ҡандағы холестерин кимәлен күҙәтегеҙ. Тәмәке тартыуҙа, алкоголле эсемлек эсеүҙән тыйылығыҙ. Тоҙҙо самалы ҡулланығыҙ, ярымфабрикат ашауҙы мөмкин тиклем сикләгеҙ.

Кешелә инсульт ихтималлығын күрһәгеҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк “тиҙ ярҙам” саҡырығыҙ. Дауалау ни тиклем иртәрәк башланһа, кеше шул тиклем тиҙерәк аяҡҡа баҫасаҡ.

Сирҙең төп сәбәптәренә юғары артериаль ҡан баҫымы, холестерин кимәле, диабет, артыҡ ауырлыҡ, тәмәке тартыу, наркотик, алкоголь ҡулланыу инә. Инсульт хәүефе янаймы икәнлеген асыҡлау ҡыйын түгел. Ни бары ҡан баҫымын һәм холестерин кимәлен даими контролдә тотоу ғына кәрәк. Ә иҫкәртеү өсөн үрҙә әйтеп китеүемсә, сәләмәт тормош алып барығыҙ һәм дөрөҫ туҡланығыҙ.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: